Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал. “Российская газета” Хеҙмәт министрлығына һылтанып, ошо турала белдерҙе.
Тейешле закон проекты Хөкүмәт комиссияһы тарафынан хупланып, Дәүләт Думаһына индерелгән. Закон проектының маҡсаты – коррупцияға ҡаршы эш итеү алымдарын һәм бурыстарын билдәләүҙә бер төрлө ҡараш булдырыу. Бүләк биреп, ошо рәүешле коррупцияға йәлеп итергә маташҡан кешеләр хаҡында уҡытыусылар һәм табиптар етәкселеккә хәбәр итергә тейеш буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта сәскә һәм канцелярия тауарҙары алыу тыйылмаясаҡ.