Йәнә 217 автобус...12.12.2018
Башҡортостанда 242 миллион һумға 217 мәктәп автобусы һатып алынды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Instagram селтәрендә ошо турала хәбәр итте.

Ул ноябрь айында уҡ мәғариф ойошмалары балансындағы транспорттың иҫкереүенә иғтибарҙы йүнәлткәйне. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 1289 мәктәп автобусы бар, шуларҙың 55-е, авария хәлендә булыу сәбәпле, файҙаланылмай. Радий Хәбировтың фекеренсә, уҡыусыларҙы мәктәпкә йөрөткән водителдәр ҙә айырым иғтибарға лайыҡ.

– Әбйәлил районында мәктәп автобусының водителе менән таныштым. Ул көн һайын 100 саҡрым юл үтә: иртән яҡын-тирәләге ауылдарҙан балаларҙы йыйып мәктәпкә алып бара, кис иһә өйҙәренә илтә. Автобусына мөнәсәбәте күренеп тора: барыһы ла тәртиптә, таҙа, йылы. Шулай ҙа ун йыл самаһы йөрөгән машина ярайһы уҡ иҫкергән, — тине республика етәксеһе.





Вернуться назад