Мәктәптәр ГАЗель алды12.12.2018
Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды. Ишле мәктәбенә әлегә тиклем бер автобус биш төрлө йүнәлештән балаларҙы ташый ине. Хәҙер уҡыусылар дәрестәргә ваҡытында килеп етәсәк. Исмәғил мәктәбе иһә 2009 йылғы транспортын яңыртты. Бынан ары Иҫке һәм Яңы Ибрай, Яңы Тимошкин һәм Покровка ауылдарынан балалар мәктәпкә бөтә уңайлыҡтары булған яңы микроавтобуста йөрөйәсәк.

Транспорт ГОСТ талаптарына яуап бирә, ГЛОНАСС спутник навигацияһы системалары менән йыһазландырылған, тахографтар ҡуйылған.
Республиканың Мәғариф министрлығы мәктәп автобустары паркын яңыртыуға ҙур иғтибар бирә. Мәҫәлән, 2016 йылда Ауырғазы районына — биш, былтыр ике автобус бүленгән. Быйыл Туҡай һәм Көйәҙебаш мәктәптәре ике автобус алған.


Вернуться назад