Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!12.12.2018
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!Мәскәүҙә Федерация Советы бинаһында “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған бәйгеселәргә награда тапшырылды.

Еңеүселәргә, Рәсәй Хөкүмәте дипломдарынан тыш, федераль бюджеттан урындағыға премия биреү өсөн аҡса күсерелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыл биләмәләре араһында Баҡалы районының Урманай ауыл советы абруйлы конкурста икенсе урынды яуланы. Ҡала округтары араһында “Ҡала төҙөлөшө сәйәсәте, халыҡтың уңайлы йәшәү мөхитен тәьмин итеү” номинацияһында Өфө ҡалаһы еңеүсе булды. Ә Октябрьский ҡалаһы “Муниципаль иҡтисади сәйәсәт һәм муниципаль финанстар менән идара итеү” номинацияһында беренселекте алды.

Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, киләсәктә еңеүселәрҙе наградлау өсөн билдәләнгән приз фонды артасаҡ ҡына.


Вернуться назад