Талпан һөжүм итә23.05.2012
Талпан һөжүм итәБашҡортостандан 6752 кеше талпандан зыян күреп, медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән.
Былтыр республикала ошо бөжәктән 3775 кеше зыян күргән. Ярҙам һораусыларҙың 29 проценты — балалар. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 24 процентына, шул иҫәптән балаларҙың 58,6 процентына профилактика үткәрелгән.
Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 апрелдән 3122 талпан тикшерелгән, шуларҙың 206-һында (6,6 %) талпан энцефалиты вирусы асыҡланған. Әммә быйыл халыҡтың был ауырыу менән сирләү осрағы теркәлмәгән.
Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, талпан апрель уртаһынан июнь аҙағына тиклем әүҙемләшә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре прививка яһатыуҙы сирҙән һаҡланыуҙың иң ышаныслы сараһы тип иҫәпләй. Ул “хәүеф төркөмө”нә ингән кешеләргә: геолог, топограф, урмансы, һунарсы, электр, торба үткәреүселәргә, юл һалыусыларға мотлаҡ яһала.
Талпан ҡаҙалмаһын өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә. Урманда оҙон еңле, асыҡ төҫтәге әйбер, баш кейеме һәм оҙон ҡуныслы итек кейергә, өйгә ҡайтҡас тәнде ентекләп ҡарап сығырға кәрәк. Үҙегеҙ менән йорт йәнлектәрен алһағыҙ, уларҙы ла тикшереп сығыу зарур.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад