Мәғрифәткә бағышланған ғүмер12.12.2018

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты.

Тамырҙарым көслө быуындарҙа
Йәшәһендәр донъя гөрләтеп!
Фекер һалам хәтер ыҙанына,
Баһаларҙар әле бер мәл, тип...

Тормош шулай: табыш-шатлыҡтары булған кеүек, юғалтыу-ҡайғылары ла һағалап тороусан. Уларҙан ҡасып та, йәшенеп ҡотолоп та булмай. Өс йыл элек беҙ ҙә оло ихтирамға лайыҡ уҡытыусыбыҙ, яратҡан ағайыбыҙ, ышаныслы өлкән дуҫыбыҙ Азамат Әғзәм улы Тажетдиновты юғалтыу ҡайғыһын кисерҙек. Был һағыш бөгөн дә күптәрҙең йөрәген болоҡһоталыр. Ишек асылыр ҙа унан һәр саҡтағыса йылмайып, ихласлығы, алсаҡлығы менән беҙҙең күңелдәрҙе яулап алған көр күңелле, асыҡ йөҙлө Азамат ағай килеп инер кеүек…

Оло юлда — Юлыҡ

Өс йәшендә генә атайһыҙ ҡалып, арҡаланыр, яҡлар кешеһе булмауына йөрәге һыҙлап үҫкән бала, ғүмере буйы “атай” тип алдына теҙләнер өсөн, һуғыш яланында һәләк булған ғәзиз кешеһенең ҡәберен табыу теләге менән йәшәне. Элекке тормош, бөгөнгө донъя хәлдәре тураһында әңгәмәләшеп ултырған саҡтарҙа ул йыш ҡына: “Эй был атайһыҙлыҡ…” — тип көрһөнөп ҡуя торғайны. 75-се йәше менән барғанда ғына Азамат Әғзәм улына Калуга өлкәһендә атаһының ҡәберенә башын эйергә насип булды.

Тормош ауырлыҡтарын бала сағынан йөрәге аша кисереп, елкәһендә татып, үҙ көсөнә генә ышанып үҫкәнгә күрәлер, Азамат ағай балаларына ла, уҡыусыларына ла, ғөмүмән, бөтә кешеләргә бик йомшаҡ мөғәмәләлә булды. Туғандары, хеҙмәттәштәре, ауыл халҡы менән гел яғымлы, итәғәтле аралашты. Кеше тураһында һәр ваҡыт яҡшы фекер генә әйтер, кем мөрәжәғәт итһә лә, бөтә мәшәҡәттәрен онотоп, ярҙам итергә тырышыр ине.


Азамат ағай ҡатыны Люция еңгә менән өс ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөн улар – юғары белемле, үҙ һөнәрҙәрендә ихтирам яулап, абруй ҡаҙанған шәхестәр. Нур – Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Гөлнур – Башҡортостандың атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре, Илшат – иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, кинйәләре Наил – уңышлы эшҡыуар.

Азамат Әғзәм улы йәмәғәт эштәрендә әүҙем, ныҡышмал, тырыш булыуы менән дә һоҡландырҙы. Ул агитатор ҙа, пропагандист та, ауыл Советы депутаты булараҡ, ауылдаштарына эскерһеҙ кәңәшсе лә булды. Хозур сәхрәләргә, саф һыулы шишмәләргә бай тыуған төйәген, арҙаҡлы ауылдаштарын, һәләтле яҡташтарын илгә танытыу өсөн ҙур ойоштороу, берләштереү эштәре башҡарҙы.

“Һәр кем үҙенең тыуып үҫкән ерен, тоҡом-тамырҙарын, нәҫел-ырыуын белеп үҫергә бурыслы”, – тип иҫәпләне Азамат Әғзәм улы hәм ошо фәлсәфәhен олоhоноң да, кесеhенең дә аңына hеңдерергә тырышты. Был бурысты уға бер кем йөкмәтмәне, әммә, йәмғиәттең аңлы вәкиле, белемле шәхесе, иленең патриоты булараҡ, үҙаңының, выжданының талаптарына буйhоноп йәшәне ул. Һәр бер фекере төплө тарихи сығанаҡтарға, әйтем, ҡобайыр, ғөмүмән, халыҡ hүҙенә таянып әйтелгәнгә күрә, халыҡ күңеленә тәьҫир итерлек йоғомло сағылыш тапты.

Азамат Әғзәм улы 2003 йылда баҫылып сыҡҡан “Беҙ – Байымдар” исемле тәүге китабында тыуып үҫкән Байым ауылының тарихы, ырыу аралары, арҙаҡлы шәхестәре, ауылдаштарының бөгөнгө йәшәү рәүеше тураһында бәйән итеп, ауыл үҫешендәге мөһим ваҡиғаларҙы һүрәтләп, төплө мәғлүмәттәр бирә, тыуған төйәгенең ер-һыу атамаларын барлай, уларҙың исемдәренең барлыҡҡа килеүен асыҡлай.

2005 йылда баҫылған “Ел-дауылдар аша” китабында ул ғаиләһе менән донъя көтөп, балаларын үҫтергән, кешеләре менән аралашып йәшәгән Икенсе Этҡол ауыл Советына ҡараған Икенсе Этҡол, Байым, Сәйетбаттал (Ҡуяндар) ауылдарының ҡыҫҡаса тарихын, йәшәйеш, үҫеш баҫҡыстарын барлап, ырыу араларының шәжәрәләрен төҙөй. Был ауылдарҙан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр тураһында мәғлүмәт бирә. Икенсе Этҡол ауыл советының ойошторолған йылдарынан бөгөнгө көндәргә тиклемге үҫеш юлын байҡап, барлыҡ ваҡиғаларҙы бер китапҡа туплап, киләсәк быуынға фәһемле мәғлүмәт сығанағы булдырҙы.

2008 йылда Рамаҙан Үтәғолов менән “Сәсәндәр иленә сәйәхәт” исемле китап яҙып, йор һүҙгә бай яҡташтарының, шиғыр оҫталарының исемдәрен халыҡҡа танытты. Унан һуң Азамат Әғзәм улы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтары тураһында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған “Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән”, Икенсе Этҡол ауылының арҙаҡлы шәхесе тураһында “Шәһәрғәзе сәсән” исемле тарихи әһәмиәткә эйә китаптар әҙерләп сығарҙы. Һөйөклө ҡатыны, балаларының әсәһе Люция Хәйбулла ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә арнап, 2012 йылда “Оло юлда Юлыҡ” исемле китап яҙҙы.

Арҙаҡлы яҡташтарын барланы...
“Һәр халыҡ үҙенең тарихын үҙе яҙырға тейеш”, – тип башлана Азамат Тажетдиновтың Байым ауылына нигеҙ һалған мәғрифәтсе, әүлиә Байым ишан Динебәковтың тормош юлына арналған, нәҫелдәштәре өсөн күп мәғлүмәтле “Байым ишан нәҫелдәре” исемле китабы. 2013 йылда үҙенең 75 йәшлек юбилейына арнап, ғаиләһе, туған-тыумасалары тураһында “Ғүмер ағыштары – ғаилә яҙмыштары” тигән китабын баҫтырып сығарыуға өлгәште.

Китап яҙыу эшенә һуңыраҡ тотоноуына ҡарамаҫтан, донъя күргән ижади емештәре халыҡ араһында киң билдәлелек яулауына шатланып, уҡыусылар, студенттар, китап уҡыусылар менән осрашып, уларҙың йәндәренә фәһемле орлоҡтар һалып, һуңғы көндәренә тиклем яңынан-яңы ижади пландар ҡороп, киләсәккә өмөтләнеп йәшәне Азамат ағай. Ул ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә, әүҙем йәшәргә тырышты. Йәшлек яҙҙарында хисләнеп, йәмле йәйҙәрендә дәртләнеп, серле көҙҙәрендә сабыр булып, яҙмыш йөгөн түҙемле күтәреп, сал ҡыштарына өмөтләнеп килеп еткән, яттар һоҡланырлыҡ, туғандары ғорурланырлыҡ, ейәндәре яратып бағырлыҡ оло дәрәжәле уҙаман ине. Тормошҡа ашырыр маҡсаттары ла байтаҡ ине.

Һуңғы йылдарҙа Азамат Әғзәм улының төп шөғөлө тыуған еренең арҙаҡлы шәхестәрен барлау, тарихи ваҡиғаларын байҡау булды тип әйтhәк тә, яңылышмаҫбыҙ. Ул ғәзиз атайсалының тәбиғәтен, ер-һыу атамаларын өйрәнеү, күренекле шәхестәренең ғүмер hәм хеҙмәт юлын барлау, шул ҡиммәтле мәғлүмәтте халыҡҡа еткереү йәһәтенән ғәйәт ҙур эштәр алып барҙы. Өлкәндәрҙең күңелендә атай-олатайҙарҙың хәтеренә хөрмәт уятыу, уларҙың фәhемле мираҫын йәштәргә еткереү, йәш быуында үткәндәрҙе дөрөҫ баhалау hәм дәүергә ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү өсөн бик әhәмиәтле уның уй-фекерҙәре.

Халҡының лайыҡлы улы, тыуған еренең һәм иленең патриоты, абруйлы уҡытыусы, “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы”, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, мәғрифәтсе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Азамат Әғзәм улы беҙҙең күңелдәрҙә һәр ваҡыт ихлас күңелле, алсаҡ, мөләйем йөҙлө кеше булып һаҡлана.

Беҙ – Байым ишан нәҫелдәре – аҡыл һәм ваҡыт ҡеүәһен йәлләмәй йәш быуынды намыҫлы рухта тәрбиәләүгә ғүмерен бағышлаған һәм нәҫелдәштәрен берләштереүгә өлгәшеп, изге маҡсаттарына ирешкән аҡһаҡалыбыҙға мәңге рәхмәтлебеҙ!

Азамат Әғзәм улының тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһендә ҡатнашырға теләүселәр, 15 декабрҙә Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы мәҙәниәт йортона рәхим итегеҙ!

Рауил БИКБАЕВ, Башҡортостан­дың халыҡ шағиры:
– Беҙ Азамат Әғзәм улы менән Өфөлә үткән йыйын ваҡытында таныштыҡ. Ул миңә бер йылда, бер көндә тыуыуыбыҙ хаҡында әйтте. Шул ваҡыттан алып беҙҙең араны дуҫлыҡ хисе, ҡорҙаштарса яҡынлыҡ бәйләне. Ни өсөн тигәндә, бер ваҡытта тыуып үҫкәнбеҙ, бер мәлдә уҡырға барғанбыҙ, заманабыҙ өлөшөнә төшкән шатлыҡтарҙы ла, ҡайғы­ларҙы ла бергә татығанбыҙ. Ул педагогия училищеһын тамамлап, мөғәллим булып киткән, мин дә уҡытыусы булырға йыйына инем, шуға күрә уртаҡлашыр хәтирәләр ҙә, фекерҙәр ҙә күп булды, донъяға ҡараштар ҙа тап килде.
Азамат Әғзәм улын яҡшы ғаилә башлығы, шәхестәр үҫтергән атай булараҡ та хөрмәт иттем. Тыуған төйәгенең тарихын, арҙаҡлы шәхес­тәренең яҙмышын бик тәфсирләп өйрәнде, китаптар сығарҙы. Уның хаҡында матбуғатта мәҡәләм дә баҫылып сыҡты. Әле лә ҡорҙашым хаҡында күңелемдә йылы хәтирәләр һаҡлайым.
***

Юлай ҒӘЙНЕТДИНОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– 2010 йылдың йәйендә Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында Шәһәрғәзе сәсәнгә арналған “Хазина” тапшырыуын әҙерләргә ниәтләнек. Был шәхес тураһында иң беренсе мәғариф ветераны Азамат Тажетди­новтың “Шәһәрғәзе сәсән” тигән китабынан уҡып белдем һәм, әлбиттә, уның ярҙамына иҫәп тоттом. Азамат ағай ниәтебеҙҙе хупланы һәм килешелгән көндә Икенсе Этҡолда уның өйөндә осраштыҡ. Азамат Әғзәм улы йәш сағында, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге инспекторы булып эшләгәнендә, коллегаһы Һибәт Ҡотлогилдин менән Таулыҡайҙа беҙҙең өйҙә булған икән, атай-әсәйҙе генә түгел, хатта мине лә хәтерләй, һәм беҙ күптәнге таныштар кеүек еңел аралаштыҡ, әһәмиәтле тапшырыу эшләүгә өлгәштек.

Азамат Әғзәм улы – Беренсе донъя, фин, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан, Башҡортостан авто­номияһы өсөн Зәки Вәлиди етәк­селегендә башҡорт ғәскәрендә яу сапҡан, 30-сы йылдарҙа ошаҡ арҡа­һында ете йыл ГУЛАГ лагерҙарында әҙәм балаһы сыҙай алмаҫлыҡ ға­заптар күреп тә һынмаған Шәһәрғәзе Шаһибал улы Ғәбдиевтең бай мираҫын беҙҙең көндәргә еткереү өсөн иҫ киткес ҙур хеҙмәт башҡарған шәхес. 1979 йылда сәсән вафат булғас, уның яҙмаларын улы Әхмәтғәзенән һорап ала, мәле еткәс, “Шәһәрғәзе сәсән” тигән китап сы­ғара, ә ике тиҫтәнән ашыу дәфтәрен Башҡортостан Республикаһы Үҙәк йәмәғәт ойошмалары архивына тапшыра.

Мин, ҡырҡ йылдан ашыу халыҡ йырҙарын, көйҙәрен, тарихтарын йыйған кеше, ниндәйҙер көтөлмәгән сәбәптәр арҡаһында ҡайһы бер ҡомартҡылар килер быуындарға ҡалмаған осраҡтарҙы беләм. Бәлки, шуғалыр ҙа Азамат Тажетдинов атҡарған был изге эштең ҡәҙерен яҡшы аңлайым.

Һәр замандың алдынғы фекерле кешеләре, мин тотонмаһам, быны кем эшләр, тигән принцип менән эш итә. Азамат Әғзәм улы Тажетдинов та шундай кеше булды.

***

Илгиз Ғәзиз улы ТАҢҒАТАРОВ, отставкалағы генерал-майор:
– Азамат Әғзәм улы – минең уҡытыусым, ул беҙгә тарих, география фәндәренән һабаҡ бирҙе. Төрлө ерҙәргә экскурсияларға йыш алып йөрөнө, тыуған төйәгебеҙҙең ер-һыу атамалары, тарихы менән таныш­тырыуға ваҡытын йәлләмәне. Балалар уны ныҡ яратты.
Беҙҙең ғаиләбеҙ Тажетдиновтарға күрше йәшәне. Күрше булараҡ, ярҙамсыллығы, ихласлығы менән иҫтә ҡалған.

Азамат Әғзәм улының ауылыбыҙ­ҙың тарихын өйрәнеү буйынса иҫ киткес ҙур эш башҡарыуын билдәләгем килә. Байым, Этҡол ауылдарының үткәненә, данлы шәхестәренә арнап байтаҡ китап сығарҙы. Уның был йүнәлештәге эшмәкәрлеге – бөтәбеҙ, айырыуса йәштәр өсөн ҙур әһә­миәткә эйә бай мираҫ ул.

***

Азамат Муса улы Ишйәров, Баймаҡ районының Икенсе Этҡол мәктәбе директоры:
– Иң тәү сиратта, Азамат Әғзәм улы – дүрт балаһына ла дөрөҫ тәрбиә биргән абруйлы атай. Ауыл халҡы алдында ла хөрмәтле шәхес булды.
Мәктәп директоры булараҡ, коллективҡа бик оҫта етәкселек итте, кеше менән аралаша белде. Миңә уның ҡул аҫтында бер нисә йыл булһа ла эшләү бәхете тейҙе. Ә инде әлеге вазифаға тәғәйенләнгәс, кәңәштәре менән гел ярҙам итте.

Азамат Әғзәм улы башҡорт әҙәбиәтен яратты, әҙиптәрҙең ижадын яҡшы белде. Төрлө сараларҙа башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын, поэмаларын йөрәккә үтеп инерлек итеп яттан һөйләй торғайны.

Этҡол халҡы йөрәгендә хөрмәтле шәхесенә ҡарата оло рәхмәт хистәре һаҡлай. Ауылыбыҙға илткән тип-тигеҙ асфальт юл, өр-яңы мәктәп һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын үҙ эсенә алған мәҙәни-белем биреү комплексы – Азамат ағайҙың теләгенә ярашлы, уның илһөйәр улдарының тыуған төйәге хаҡында хәстәрлеге сағылышы.

Г. ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне


Вернуться назад