Йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле “фәрештә”12.12.2018

Ул 40 йылға яҡын сәләмәтлекте хәстәрләй.

Йыш ҡына мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле табиптарҙы күрһәк: “Бына был, исмаһам, ысын табип”, — тип әйтергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Мең төрлө сырхауға дауа тапҡан, үлемгә ҡаршы көрәшеп ятҡан кешелә лә йәшәүгә өмөт уята алған, күпме ғүмерҙе һаҡлап ҡалған шәфҡәт эйәләрен яратып та, хөрмәт итеп тә, ихтирам йөҙөнән дә “фәрештәләр” тип йөрөтәбеҙ. Тик был образ артында күпме тынғыһыҙлыҡ, эҙләнеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр, борсолоу, күҙ йәштәре тороуын аңлап бөтөрмәйбеҙ. Ҡайһы саҡ хатта “Рәхмәт һеҙгә!” тип әйтергә лә онотабыҙ, ә бит ниндәй ауыр, яуаплы ул табип һөнәре.

Бала саҡтан медицина менән ҡыҙыҡ­һынған Миңлегөл Мөғин ҡыҙы Шараева Йонос ауылында урта мәктәпте тамамлағас, 1973 йылда Башҡортостан дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Педиатр булырға хыяллана ул.

— Тиҫтерҙәрем менән уйнаған ваҡытта үҙемде гел табип итеп күрә инем. Уларға укол “яһап”, “витамин” биреп, баш, ҡул-аяҡты тотоп, үҙемсә дауалай торғайным, — ти Миңлегөл Шараева, бала саҡ хәтирәләренә бирелеп. — Шуға ла мәктәп осоронда химия, биология фәндәрен нығыраҡ үҙләштерергә тырыштым.

Бөгөн Миңлегөл Мөғин ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡ район үҙәк дауаханаһында участка педиатры булып эшләй. Ул балаларҙың һаулығын, ауырлы ҡатындарҙың сәләмәт бала табыуын хәстәрләй.

Баш ҡалала медицина институтын тамамлағас, 1980 йылда тыуған яғына ҡайтып, район дауаханаһында тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә. Һәм бына 40 йылға яҡын ошонда ауырыуҙарҙы дауалай, балаларҙы аяҡҡа баҫтыра. Яңы эш башлаған йәштәргә терәк, таяныс, оло кәңәшсе лә. Хеҙмәттәштәре араһында күптән инде абруй ҡаҙанған белгес. Уның тырыш хеҙмәте “Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы”, “Башҡорт­остан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланған.

Эшләү дәүерендә Миңлегөл Мөғин ҡыҙы тиҫтәләгән кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала, йөҙләгән ауырыуҙың сәләмәтлеген нығыта. Ауырыуҙы дауалау күп осраҡта дөрөҫ диагноз ҡуя белеүгә лә бәйле. Ә юғары категориялы табип Миңлегөл Шараева, ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, бер ҡасан да юғалып ҡалмай, һәр ваҡыт ярҙамға ашыға.

— Бөгөнгө заманда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дарыуҙар, дауалау алымдары яңырып тора, заманса медицина ҡорамал­дарын да үҙләштерергә кәрәк. Әммә техник прогресс, яңы дарыуҙар ғына ауырыуҙарға йылы мөнәсәбәтте алмаштыра алмай, — ти табип. — Һәр кемгә йылы һүҙ табырға, сирлене тынысландырырға, киләсәккә өмөт уятырға кәрәк, сөнки былар — табип һөнәренең айырылғыһыҙ бер сифаты, өлөшө.


Вернуться назад