Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһының исеме мәңгеләштерелде11.12.2018
Сирек быуаттан ашыу бай тарихы булған Сибай педагогия колледжы – төбәктә генә түгел, бөтә республикаға башланғыс кластар уҡытыусылары әҙерләгән алдынғы уҡыу йорттарының береһе. 1963 йылдың 15 июнендә РСФСР Мәғариф министрлығының бойороғо менән асылған Сибай педагогия училищеһы бөгөн дә үҙ асылына тоғро ҡалып, йәш быуынға һөнәр биреп кенә ҡалмай, уларға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә.

Ошо көндәрҙә уҡыу йортона оҙаҡ йылдар етәкселек иткән, үҙе эшләгән йылдарҙа төрлө бүлектәр асыуға өлгәшкән, белем усағының данын бар республикала танытҡан уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Хөснөтдин Хәмитовҡа таҡтаташ асылды. Уның 26 йыл етәкселек итеү дәүерендә уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытыуға, спорт, тамаша залы, музыка бүлеге блогы, хеҙмәт бүлегенең ике ҡатлы корпусын, студенттар өсөн биш ҡатлы ятаҡхана төҙөлә.

Ил алдындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Хөснөтдин Хәйбулла улы “Почет Билдәһе” ордены, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә. “Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “СССР, РСФСР һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы” тигән юғары исемдәр эйәһе Хөснөтдин Хәмитовтың юлын бөгөн колледж уҡытыусылары һәм студенттары лайыҡлы дауам итә.


Вернуться назад