Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин мәктәптәрҙә репетиторлыҡ күренеше менән көрәшергә ниәтләй. Был уҡытыусының дәрестә аңлы рәүештә бөтә мәғлүмәтте биреп бөтөрмәүе, шуның арҡала өҫтәмә шөғөлләнеүгә этәреүенә ҡағыла.
– Баланың мәктәптә уҡығандан һуң репетитор менән шөғөлләнеүе аптырашта ҡалдыра. Мин бындай системаға ҡаршымын. Беҙҙә уҡытыусылар белем биреү программаһын тулыһынса тормошҡа ашырырға тейеш, ә бының өсөн эш хаҡы түләнә. Әгәр ошондай осраҡтар тыуа икән, ата-әсәләрҙән йүнәлешле мәғариф органдарына мөрәжәғәт итеүҙе үтенәм, – тине Айбулат Хажин.
Аҙ комплектлы мәктәптәрҙең сығарылыш класы уҡыусыларына имтихандарға әҙерләнгәндә онлайн-курс рәүешендә бушлай ярҙам күрһәтеләсәк.