Башҡортостанда федераль юлдарҙың ҡайһы бер участкаларын киңәйтеү проектын әҙерләйҙәр. Һүҙ М5, М7 һәм Р-240 трассалары тураһында бара.
“Приуралье” федераль юл агентлығы начальнигы Рәмил Сенжапов белдереүенсә, магистраль инфраструктураны үҫтереү өсөн комплекслы план раҫланған. Силәбе өлкәһенә ҡарай М5 трассаһын реконструкциялау дауам итәсәк. Өфөнән Әшә яғына юлда тығын көслө. Бында тәүлегенә 40 меңдән ашыу автомобиль үтә. 2024 йылға тиклем ул дүрт һыҙатлыға әйләнергә тейеш.
Шулай уҡ М5-тә Бүздәк һәм Благовар райондарында юл эштәре дауам итә. М7 трассаһы участкаһын киңәйтеү ҙә планлаштырыла. Р-240 трассаһында Стәрлетамаҡтан алып Ергәнгә тиклемге юлды дүрт һыҙатлы итеү ҙә планда бар. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйткәйне.