Бер атыуҙа – ике ҡуян11.12.2018
Бер атыуҙа – ике ҡуянБашҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Салауат Харасов эш сәфәре менән Бишбүләк районында булды.

Ул район ветерандарының спорт фестивален асыуҙа ҡатнашты. Сара 14 йыл рәттән уҙғарыла. Быйылдан алып фестиваль Бишбүләк районында тыуып үҫкән Дан ордены кавалеры Василий Маньшинға бағышлана.

Эш сәфәре сиктәрендә депутат шулай уҡ граждандарҙы ҡабул итте, халыҡтың төрлө темалар буйынса мөрәжәғәттәрен ҡараны.




Вернуться назад