Батыршалар тыуып торһон06.12.2011
Башҡорт халҡы тарихында Батыршалар күп булған. Уларҙың иң танылғаны, даны быуаттарҙан быуаттарға күсә килгәне — 1755 — 1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәксеһе Батырша. Заманына күрә уҡымышлы был башҡорт шәриғәт белгесе мәҙрәсә тотҡан диндар, үҙ халҡының яҙмышы өсөн йәнен фиҙа ҡылыр шәхес булған.
Батырша башҡорттоң башын эйҙерергә, ергә сүктерергә маташҡан батша власына ҡаршы сыға — халыҡҡа өндәмәләр яҙып тарата, ихтилал әҙерләй, динде яҡлап көрәшә.
Батырша Ғәлиев заманында батшаға хат яҙып хоҡуҡ, ирек даулаһа, хәҙер етәкселәр үҙҙәре Батыршаларға хат “яҙа”. Яңыраҡ Килдеғол ауылындағы Ғәлиә менән Хәлил Билаловтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән Батыршаға Хөкүмәтебеҙҙең ҡиммәтле ҡағыҙы — әсәлек (ғаилә) капиталына сертификат тапшырылды. Дөрөҫөрәге, Батыршаны донъяға килтергән йәш әсә Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең Бөрйән районы буйынса идаралығы начальнигы А. Әлибәков ҡулынан тарихи меңенсе сертификатты алып ҡыуанды.
— Килдеғолға 2008 йылда килен булып төштөм. Әле ҡәйнәм менән йәшәйбеҙ. Өйөбөҙҙөң нигеҙе ҡоролған, көндәр боҙолоп киткәс, бураһын күтәрә алмай ҡалдыҡ. Әсәлек капиталын йортобоҙҙо төҙөп бөтөрөүгә файҙаланырға уйлайбыҙ. Хәлил — механизатор, мин бала ҡарап өйҙә ултырам. Хөкүмәтебеҙгә ҙур рәхмәт — йәш ғаиләләргә ярҙам итеп тора, — ти Ғәлиә.
Яңыраҡ Ер шарында 7 миллиардынсы бала донъяға килгәйне. Районыбыҙҙа әсәләргә тапшырылған сертификаттың меңгә тулыуы ла ҡыуаныслы. Һәр хәлдә Бөрйән районында демография мәсьәләһе ыңғай хәл ителә тигәнгә ишара был.
193 кеше әсәлек капиталын кредиттар (займдар) буйынса проценттар түләү һәм төп бурысын ҡаплау өсөн файҙаланырға теләк белдергән. 236 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ғариза биргән. Балаһын уҡытыуға аҡса һорап ғариза яҙғандар ҙа бар. Бөтә теләктәр ҙә ыңғай хәл ителгән. Әсәлек капиталынан тулыһынса 203 кеше файҙаланған. Киләсәктә лә батшанан “хат” алып ҡыуанған Батыршалар күберәк булһын, тиергә генә ҡала.
А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Бөрйән районы.


Вернуться назад