Боҙ юлдары асыла11.12.2018
Боҙ юлдары асыла10 декабрҙә Ҡариҙел ауылында Өфө йылғаһы аша автомобилдәр өсөн бер һыҙатлы боҙ өҫтөнән сығыу юлы асылды. Уның киңлеге – 50, оҙонлоғо 300 метр, ул ике тоннаға тиклем ауырлыҡ күтәрергә һәләтле.

Һәр 25-30 метр һайын боҙ юлдың сиктәре билдәләнгән, хәрәкәт өсөн хәүефле урындарҙа иҫкәртеүсе билдәләр ҡуйылған. Шулай уҡ унда инер ерҙә мәғлүмәт таҡтаһы ҡуйылған. Бында ниндәй транспортҡа, ниндәй йөк менән юлға сығырға ярауы, рөхсәт ителгән интервал һәм тиҙлек тураһында яҙылған.

Республикала тағы ла ике боҙ өҫтөнән сығыу юлы асыласаҡ. Улар икеһе лә Краснокама районында: Кама йылғаһы аша Николо-Березовка ауылында һәм Ағиҙел аша Иҫке Йәнйегет ауылында. Был юлдар декабрь аҙаҡтарында асылыр тип күҙаллана.


Вернуться назад