Яңы йылды — яңы өйҙә!11.12.2018
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә кәңәшмә үткәрҙе. Унда проблемалы объекттар исемлегенә ингән торлаҡ йорттар төҙөлөшөн тамамлау графигы тикшерелде.

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Григорий Невоструев әйтеүенсә, муниципалитет башлыҡтары аҙна һайын йорттарҙы төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты тураһында мәғлүмәт еткереү өсөн инициатива төркөмдәре менән осраша. Граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙең күпселеге “Миловка паркы”, “Көмөш шишмә”, “Яңы Булгаков” комплекстарына ҡағыла.

Өс объект буйынса сафҡа индереү графиктары билдәләнгән. Өфө районындағы “Яңы Булгаков” торлаҡ комплексындағы күп фатирлы ике йорт һәм Дим районының “Көмөш шишмә” комплексындағы бер йорт хаҡында һүҙ бара. Өс йорт ике аҙнанан әҙер буласаҡ, тип күҙаллана. Уларға 200-гә яҡын ғаилә күсәсәк.

— 25 декабрҙә фатир асҡыстарын тапшырырға тейешбеҙ, тигән ҡарар ҡабул итәбеҙ, — тине Радий Хәбиров. — Тағы ла ике аҙна ваҡыт бар, төҙөүселәр менән эшләгеҙ.

Проблемалы объекттар исемлегендәге башҡа йорттарҙы төбәк етәксеһе даими контролдә тоторға, һөҙөмтәләр тураһында хәбәр итергә ҡушты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, өлөшсөләргә башҡарылған эш тураһында мәғлүмәтте йылдам еткерергә кәрәк.


Вернуться назад