Сит яҡта ла илеңде онотма...11.12.2018

Бына инде нисәмә йыл гимназиямда белем алам һәм көн һайын төрлө, береһенән-береһе һәләтлерәк уҡыусылар менән танышып торам. Бөгөн барығыҙҙы ла гимназиябыҙҙың иң популяр, әүҙем һәм уҡытыусыларҙың яратҡан уҡыусыларының береһе менән таныштырмаҡсымын. Ул – Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының IХ “Б” класы уҡыусыһы, 2018-ҙең Йыл уҡыусыһы, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының алып барыусыһы Рөстәм Төхбәтов.

– Рөстәм, һин – гимназия­ның ғорурлығы, телевидение йондоҙо. Ҡасан башланып китте ошо эшмәкәр­легең?
– Иң башта “Сулпылар” йыр-моң конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яуланым, “Тамашасылар һөйөүе” призына лайыҡ булдым. Ошонан һуң “Тамыр” балалар студияһына саҡырҙылар. Ул саҡта миңә дүрт кенә йәш ине әле.
– Иң ҙур ҡаҙанышың?
– “Шүлгәнташ” фильм-әкиә­тендә төп ролде – Уралды башҡарҙым. “Тамыр” телеканалы төшөргән “Ҡымыҙ юлы” тапшырыуын алып барҙым. Бөтә Рәсәй “Включайся!” балалар телевидениеһы фести­валендә был проект менән еңеү яуланыҡ. Фестивалдә беренсе тапҡыр ҡатнаштым һәм Мәскәүҙе лә тәүге тапҡыр күрҙем. Тәьҫораттар иҫ киткес булды. Был мәңге иҫемдә һаҡланыр.
– Телевидениенан тыш, тағы нимә ҡыҙыҡһындыра?
– Йырларға яратам, дизайнер, монтажёр һөнәрҙәрен үҙләштерәм. Гимназиябыҙҙа информатика уҡытыусыһы Мәҙинә Әсҡәт ҡыҙы Ғилми­йә­рова менән мәктәп телевиде­ниеһын астыҡ. Был канал – #20central_TV. Мәктәпкә ингән һәр кешене беҙҙең каналдың фильмдары ҡаршылап тора.
– Тапшырыуҙарҙа ҡатна­шыу һиңә нимә бирҙе?
– Популярлыҡ яуланым, яҡшы кешеләр менән таныштым.
– Нисек барыһына ла өлгөрәһең?
– Теләк булғанда, бар нәмәгә лә өлгөрөргә мөмкин.
– Уҡыуға килгәндә?
– Уҡыуҙа ла һыр бирмәҫкә тырышам, “бишле” билдәлә­ренә генә өлгәшәм. Иң яратҡан дәресем – инглиз теле.
– Яратҡан йырсың кем?
– Джастин Тимберлейк, Джаред Лето, Тайлер Джозеф һәм Дэн Рейнольдс.
– Гимназияны тамамла­ғас, ҡайҙа уҡырға барырға теләйһең?
– Америкала белем алып, Лос-Анжелеста йәшәргә һәм эшләргә хыялланам.
– Ни өсөн Америка? Ә Башҡортостанға кәрәкле булырға теләмәйһеңме ни?
– Белем һәм тормош тәжри­бәһе туплағандан һуң, әлбиттә, Тыуған илемә ҡайтасаҡмын.
– Ниндәй һөнәр һайларға уйлайһың?
– Киләсәктә үҙемде режиссер йәки тәржемәсе итеп күрәм.
– Алып барыусыларҙан кемдәр оҡшай?
– Миңә БЮТ каналының бөтә алып барыусылары ла оҡшай.
– Һорауҙарға ихлас яуап биргәнең өсөн ҙур рәхмәт һиңә, Рөстәм! Һәр саҡ шулай тырыш, яғымлы бул! Иң мөһиме – ҡыйынлыҡтарға бер ҡасан да бирешмә!


Вернуться назад