Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән ергә яҡыныраҡ килеп урынлаша. Улар форточканан бүлмәгә үтеп инә, вокзал залдарын үҙләштерә, сүплектә соҡсона. Аслыҡ “ағай” менән һыуыҡ “бабай” ҡарабаш турғайҙы кешегә һыйынырға мәжбүр итә.
Был ҡошсоҡто төрлө ерҙә төрлөсә атап йөрөтәләр: буран турғайы, буран түрә, аҡ турғай, майсыл турғай, мәйғүс, күкбаш турғай, күкәнәш, беснәк.
Ҡарабаш турғай — урмандың иң ҙур санитары. Ул бер ағасты әллә нисә тапҡыр урап сыға. Япраҡ, ҡабыҡ аҫтынан, ярыҡтарҙан бөжәктәрҙе, уларҙың ҡарышлауыҡ, ҡурсаҡ һәм йомортҡаларын сүпләп ашай. Бер пар турғай бала сығарған осорҙа ғына ла 40 – 50 ағасты ҡоротҡостарҙан тулыһынса таҙарта, емеш-еләк баҡсаларына ҙур файҙа килтерә.
Ағас ҡыуышлығында оя ҡора, кеше яһаған ояны ла файҙалана. Уның 5 – 10 йомортҡаһы була. Инә ҡош баҫып ултыра, атаһы аҙыҡ ташый.
Ағастарҙы яуыз ҡоротҡостарҙан ҡурсалаған ҡарабаш турғайҙарҙы хаҡлы рәүештә урман һаҡсылары тип атайҙар. Уларҙы һалҡын ҡыш көндәрендә өҫтәмә туҡландырыу, тағараҡтар эшләп, ризыҡ биреүҙе хәстәрләйек.