Кемдән һунарсы сыға?11.12.2018

Һәләт бирелмәһә, ваҡыт үткәреп йөрөмәүең хәйерле.

Кеше һәм ҡырағай хайуандар, йыртҡыстар, бөжәктәр... Меңәрләгән йыл улар бер үк биләмәләрҙә көн итә. Шулай булғас, ниндәйҙер тартҡылаш, бер-береһенә һыйыныу, хатта дошманлашыу ҙа тәбиғи һымаҡ. Быға иң тәүҙә күп кенә йәнлектәрҙең бер үк ризыҡтар менән туҡланыуы ла сәбәпсе. Ит яратҡандар бер-береһенә һөжүм итеп, еңгәне еңелгәненең итен ашап, йыртҡысҡа әйләнә.

Кеше иһә быуаттар дауамында үҙенең тереклек итеүенә зыян килтереүселәргә ҡаршы көрәшергә мәжбүр. Ошо юлда мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ, онотолмаҫлыҡ мажа­раларға ла тарып бөткән саҡтары булғылай. Мәҫәлән, һуғыштан алда Ғәлиәкбәр ауылында булған хәлде телгә алайыҡ. Ауылға ҡаршы тау аръяғында бер һыйырҙы айыу йыҡҡас, ғәҙәттәгесә, таҙғаҡ яһап көтәүелләйҙәр. Һөҙөмтәлә емтек эргәһендә ҡара һыйырҙың ҡыштыр­лап үлән ашап йөрөүе оҙаҡ йылдар иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаға сәбәп була, сөнки айыу урынына аңра һыйыр һунарсыларҙың ҡорбанына әйләнә. Бындай ҡыҙыҡлы, фәһем алырлыҡ ваҡиға иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Йор һүҙле Яхъя Әминев шиғыр юлдары сығарып та ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡытында яҙып алмағас, ике куплеты ғына хәтерҙә ҡалған:
Таҡыя Сусаҡ башында
Таҙғаҡ яһай өс егет,
Иң олоһо Аптула батыр
Итә йәштәргә өгөт.
Ғәлиәкбәр “айыуы”ның
Үткер икән мөгөҙө.
Садиҡ батыр булғас,
Атып йыҡҡан бер үҙе.

Тормош һабаҡтары күрһәтеүенсә, ҡырағай йәнлектәр менән алышыуға әҙер булмаһаң, төрлө мажаралы хәлдәргә тарыуың да бар. Ошо урында йәш саҡта үҙем менән булған ваҡиғаны хәтергә төшөрһәм, һунарсылыҡ менән шөғөлләнергә йыйынған йәштәргә һабаҡ булыр. Ун дүрт йәшемдә мылтыҡ, һунар бысағы менән ҡоралланып, урман ҡыҙыра башланым. Ҡор, сел, өйрәк, һуйыр атып алып ҡайтҡылаған саҡтарымда атай менән ағайҙар маҡтап дәртләндерә торғайны. Үҙемдә лә дәрт, ышаныс көндән-көн барлыҡҡа килде.

60-сы йылдарҙа иртән тороуға ҡаршы Ғәзиз тауындағы ҡайын­лыҡ­та ҡор-һуйыр ағас башы тулып ултыра торғайны. Атайҙың мылтығын алам да эҙәрлекләйем тегеләрҙе, әммә ҡоштар үтә лә һиҙгер булып сыға. Яһау менән атып төшөрөрлөк араға яҡынлатмай, барып етә башлау менән, дәррәү икенсе ҡайынлыҡҡа күсенәләр. Шулай ҡыҙығып баҫтырыша торғас, файҙаһыҙға 10-15 саҡрым ара ла үтелә. Бер мәл шулай тегеләрҙе уңышһыҙ эҙәрлекләй торғас, нервы шөрөбө бушаны ла, ҡарағайҙың иң өҫкө ботағында ултырған һуйырға йәҙрә менән яһалғанды елгәрҙем. Тәгәрәп килеп төштө теге. Салып тороу ҙа кәрәкмәне, сөнки йәҙрә муйынының аҫҡы яғын өҙгөләп үткәйне... Мәргәнлекте һынар өсөн урманда осрағандың зыянлыһына ла, зыянһыҙына ла атам. Тейен тип ҡарағай олононда үрмәләп йөрөгән әлгәнйәкте (бурундук) атып төшөрҙөм. Шул тирәлә ағас башында ҡорҡолдап ултырған ҡоҙғон да үҙ сиратында үлем язаһын татыны.

Бейектә, сыйылдап тирә-йүнде байҡап, өҙлөкһөҙ өйөрөлгән һарҙарҙың береһе, арманһыҙ булып, хәл алырға ағас башына килеп ултырғас та, “мәргән” тарафынан тәкмәстереп атып төшөрөлдө.

Бер мәл тереклек иткәндәрҙең шулай йәнен ҡыйып, кәйефләнеп ҡайтҡанымда ҡусты: “Өй өйрәктәре араһында ҡыр өйрәге ҡатнаш йөҙә, әйҙә, барып атып алайыҡ”, — ти. Барҙым. Сабырлыҡ менән ҡыр өйрә­генең үҙебеҙҙекеләрҙән айырыл­ғанын һағалайым. Яңылыштан үҙебеҙҙекенә тейгеҙһәм, Таһир ағайым мыҫҡыл итеп көләсәк. Теге ваҡытта ла һуйырҙың муйынын яртылаш өҙә атып алып ҡайтҡас: “Тайга һунарсылары кеүек, тиреһен боҙмаҫ өсөн йәнлектәрҙең күҙенә генә атып аласаҡмын”, — тип һөйләнгәйнем. Йәнәһе, быныһы осраҡлы рәүештә генә килеп сыҡҡан. Ул, юҡҡа кәперенәһең, тип шел­тәләне. Үҙе һирәкләп кенә “мелкашка”һы менән һунарға сыға. Ҡор, һуйыр, сел, ҡуян атып алып ҡайтҡылай. Һунар ҡомары юҡ һымаҡ уның, сөнки ауыл халҡы малын айыу-маҙар йыҡһа, беҙ таҙғаҡ яһап, көтәүелләп ултырып атырға маташабыҙ, ә ул — юҡ.
— Һеҙ тәмәкеселәр менән бер­гәләһәң, айыу килмәй ул. Уның еҫ һиҙеүе кешенекенә ҡарағанда әллә нисә мәртәбә өҫтөн, — ти.

Минән алты йәшкә оло, зыялы ағайымдың һүҙендә дөрөҫлөк тә бар­ҙыр, сөнки тәмәке тартмаған Әҡсән һунарсы менән икәүләп кенә барғайныҡ, уны-быны абайламаған йыртҡыстың килеп, һөрһөткән ризығын тығына башлауы булды, икебеҙ бер юлы залп елгәрҙек тегегә ун алтынсы калибрҙан йәҙрә менән. Әжәл йәҙрәһе ҡайһы тарафтан кил­гәнен һиҙемләгәндер, беҙ ултырған ҡайынға үрәпсеп һикереп ҡараны ла, үлемесле яраланып, хәле бөтөп ағас төбөнә тәгәрәне. Мин, шатланып, төшөп ҡарамаҡсы булғайным, тәжрибәле һунарсы йоҙроғон күр­һәтеп туҡтатты. “Сабырһыҙ­ланырға ярамай, ҡыр йәнлегенең хәйләләп, үлеккә һабышып ятыуы бар”, — тине ул, шыбырлап.

Алып ҡайтып һуйғанда, табышы­быҙҙың йөрәге тирәһенә ике яра һалыуыбыҙҙы күреп, сикһеҙ ҡыуан­дым. Тимәк, мин дә, данлыҡлы һунарсы кеүек үк, йыртҡысҡа үлем килтерә торған урынына тоҫҡаған­мын һәм мәргән сәпәгәнмен йәҙрәне.

Ошо ваҡиғанан һуң, юлымда айыу осраһа, һис һүҙһеҙ, атасаҡмын һәм еңеп сығасаҡмын тигән уй яралды күңелемдә. Һәм, күп тә үтмәй, һунарсылыҡ ҡомарыма һынамыш барлыҡҡа килде. Атайым Әптерәхим ағай менән промартель аттарын ҡарай ине. Бер көн Әптерәхим ағай: “Сәфәр, бер тай юғалды, үҙем генә урман шырлығында эҙләргә ҡурҡам, емнегендә ятҡан айыуға осраһам, өҙгөсләп ташлауы бар”. Бер ваҡытта ла мылтыҡ тотоп ҡарамаған ауылдашым ҡалын урманда юғалғанды эҙләп йөрөмәйәсәген беләм. Яҡын арала ҡар яуып, тайҙың емтеген таба алмаҫлыҡ итеп ҡаплаһа, промартель юғалғандың хаҡын атайым менән икеһенән түләтәсәк. Шуларҙы уйланым да, мылтыҡты яурыныма аҫып, һунар бысағын билемә тағып, бәләкәй балтаны ҡанъяғаға урынлаштырып, икебеҙҙең дә эттәрҙе эйәртеп юлландыҡ.

Арғы һәм Биргеүшә йылғаһы араһындағы Үшәрләк тауына артылып күп тә барманыҡ, алдағы ажар эттәр абалап өрөргә тотондо. “Әһә! Маҡсатҡа ирешәм хәҙер”, — тигән уй үтә башымдан. Эттәрҙең емтектә тығынып ятҡан айыуға өрөүенә шикләнмәйем. Атымдан төшә һалып, эйәремдән бәләкәй балтаны алып, теҙгенен юлдашыма тотторҙом. Мин алданыраҡ барып, йыртҡысты тонсоҡторам, атыу тауышы ишетеү менән аттарҙы килтереп еткерерһең, тим.

Уларҙы ҡалдырып, утыҙ-ҡырҡ аҙым үтеүгә, тәрән уя аръяғында ошондай күренеш пәйҙә булды: ифрат ҙур мышы ике балаһын йыуан йүкә төбөнә һырындырған да, үҙе уларҙы ҡурсалап, тояғы менән сапсыу хәрәкәттәре яһап, эттәрҙе йән киҫәктәренә табан үткәрмәҫкә тырыша. Ауыр кәүҙәле булһа ла, етеҙ хәрәкәттәр яһап, йылғыр һөжүм итеүселәр менән алыша. Ә мин, уны-быны уйлап та тормаҫтан, яһал­ған мылтығымды көрәш алып барған мышыға төбәнем дә сирткескә баҫтым. Бына ғәләмәт! Атҡандан һуң ни сәбәптәндер эттәрҙең һөжүм итеүе кәмегәндәй булды. Бер нисә минут үтеүгә, мышы балалары менән Арғыүшәгә табан юлланды...

Эттәрҙең береһенең аяныслы сыйылдап шыңшыуына уя аша йүгереп сыҡһам, Әптерәхим ағайҙың эте, үлемесле яраланып, ҡанға мансылып ята. Йәҙрә ҡулбаш һөйәген һындырып, йөрәгенең аҫ яғынан үткән булһа кәрәк. Хужаһы килеп еткәс, өҙгөләнергә тотондо. “Бындай хәлдән һуң әсәйемдең, алты йәшлек улымдың күҙенә нисек итеп күренәм инде?” — ти ағайым.

Ни эшләргә? Ноябрь айының беренсе көндәре. Өйөндә дауалай торған булһа, был ваҡиға бөтә ауылға тараласаҡ. Етмәһә, ул арба егеп килеп алғансы, күҙ-ҡолаҡ булып яралының эргәһендә торорға кәрәк. Ҡан еҫенә бүреләр килеп сығып, өҙгөсләп китеүе лә бар. Ағай киткәс, мылтыҡ атҡан тауыш ишетелмәҫлек арауыҡта сабыр иттем дә, һауыҡ­тырып булмаҫтай яраһын ентекләп тикшергәндән һуң, мәхлүк­те бушҡа интектермәҫ өсөн инте­геүсенең тап маңлайына төбәп сирткескә баҫтым.

Был ваҡиға осраҡлы хәл булдымы, минең булмышыма ҡырҡа үҙгәреш яһаны. Ни тиһәң дә, тәж­рибәһеҙлегем арҡаһында ажар һунар этенең йәнен ҡыйҙым бит. Ә бит миңә тулҡынланмай эш итергә була ине. Был хәлде атай-әсәйҙән, Әптерәхим ағайҙың әсәһенән башҡа берәү ҙә белмәне. Сәхипъямал инәй килеп, мине ярһып әрләргә тотонғас:
— Ярар, апай, булып үткәнгә шау­лап йөрөмә. Түләтһәләр, юғал­ғандың хаҡын үҙем түләр ҙә ҡуяр­мын, — тине атай.

Шунан һуң әбей тынысланды. Мин инәлеп һорағас, булған хәлде тирә-йүнгә таратманы. Был ваҡиғаға алтмыш йыл үтте. Тағы шуныһы, тәжрибәле һунарсылар менән осрашып әңгәмәләшкәндән һуң, минән һунарсы сыҡмаясағын аңланым. “Әгәр мышы урынына балалы айыу осратып, ҡаушауыңды еңә алмай, атып яралаһаң, таланып, минең кеүек ҡолаҡһыҙ ҡалыр инең, — тине Мотаһар һунарсы. — Йә Харис һунарсы кеүек бармаҡтарыңдан яҙыр инең”. Тәбиғәтемдән һунарсы­лыҡ һәләте бирелмәгәнен аңлап, булып үткән ваҡиғанан һуң зыянһыҙ йәнлектәрҙең йәнен ҡыйып йөрөүҙән ваз кисһәм дә, ғүмерем буйына үҙенән 36 мәртәбә көслө йыртҡыс айыуҙарҙы еңеп, халыҡ хужалығына файҙа килтергән һунарсылар менән ҡатнашып йәшәнем, сөнки улар ғына малсылыҡҡа, ҡортсолоҡҡа яуызлыҡ ҡылғандарҙан арындыра ала, ур­манға осраҡлы мылтыҡ тотоп сыҡ­ҡандар түгел. Һунарсылыҡҡа ҡо­марың булып та, тәбиғәттән һәләт бирелмәһә, ваҡыт үткәреп йөрө­мәүең хәйерле. Һаҡланғанды һаҡ­лармын, тип бушҡа ғына әйтел­мәгәндер изге китапта.


Вернуться назад