Хәҙерге көндә туғандарығыҙ, күршеләрегеҙ, таныштарығыҙ араһында «Башҡортостан» гәзитен алдырып уҡымаусылар байтаҡ. Тоғро дуҫыбыҙ булараҡ һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ: төрлө сәбәптәр арҡаһында республиканың төп баҫмаһын алдырмаусылар менән шәхсән аңлатыу эше алып барһағыҙ ине. Әгәр ҙә үҙ ауылығыҙҙа йәки ҡалағыҙҙа кәмендә өс-биш ғаиләне «Башҡортостан»ға яҙылыуға өгөтләүгә өлгәшһәгеҙ, мөхәрририәт һәммәгеҙгә лә ҙур рәхмәтле булыр ине. Был сауаплы эшегеҙ гәзитебеҙҙең юбилейына һеҙҙең күркәм бүләгегеҙ булараҡ баһаланасаҡ.
Урындағы почта хеҙмәткәрҙәре! Беҙ айырыуса һеҙҙең ярҙамға, тилберлеккә мохтаж. Һеҙҙең менән матбуғат дуҫтары араһында берлектә быйыл да бәйге ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әйҙәгеҙ, дәррәүерәк ҡуҙғалайыҡ әле, туғандар!
Һәр гәзит уҡыусыбыҙ — беҙҙең таянысыбыҙ ул, ә маҡсатыбыҙ — һеҙҙең кеүек тоғро дуҫтарыбыҙҙың сафын ишәйтеү, халҡыбыҙҙың аң-зиһенен байытыу, уны изге ғәмәлдәргә рухландырыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 50600 индексы буйынса «Башҡортостан»ға яҙылыу хаҡы (аҙнаһына биш тапҡыр килә, телепрограмма менән) – 626 һум 88 тин; 31805 индексы буйынса (йома һаны, телепрограммаһыҙ) – 131 һум 76 тин. Гәзиттең электрон версияһына иһә ни бары 150 һумға яҙылырға мөмкин.
МӨХӘРРИРИӘТ.