Бүре тешенән ҡотолған11.12.2018
Ғафури районының Ибраһим ауылынан Мансаф Килмөхәмәтов Еҙем йылғаһына балыҡҡа йүнәлә. Боҙҙа мәке уйғанда күҙенә бер йән эйәһе салына, ныҡлап ҡараһа – мышы балаһы. Уныһы бер аҙ ҡарап тора ла ағас араһына инеп юғала. Ә балыҡсы балыҡ ҡармаҡлауын белә.

Бер мәл башын күтәреп ҡараһа, 100 метр арауыҡта өс бүре торғанын күрә. Ә баяғы мышы балаһы, артынан ҡыуып килгән бүреләрҙән ҡасып, өҫтәүенә, аяғы ҡанһыраған хәлдә ҡайҙа барырға белмәй, боҙло һыуға инергә мәжбүр булған. Был ас йыртҡыстар сабыйҙы инәһенән айырып ҡыуып килтереп, табыштарының тамам хәле бөткәнен көтөп, һағалап торған, күрәһең.

– Шунда уҡ ауыл һунарсыларына шылтыраттым. Мәхлүк боҙ аҫтына китеп ҡуймаһын тип, уны һыу эсенән тиҙерәк сығарыуҙы уйлап, кешеләрҙе, шулай уҡ арҡан кеүек әйбер килтерергә тип ауылға йүнәлдем, – ти Мансаф. – Килеүгә бүреләрҙән елдәр иҫкән. Ауыл һунарсылары килеп етеп, уларға атып ҡурҡытҡан икән. Өшөүҙән хәлһеҙләнгән малҡайҙы күмәкләшеп һыуҙан саҡ-саҡ сығарып, ауылға алып ҡайттыҡ. Бүреләр мышының ботон тешләп ныҡлы йәрәхәтләгән, ауылда ветеринарҙар мышыға укол һалды, яраһын текте. Бахырҡай ныҡ йәл булды, үҙебеҙҙең күҙҙән йәштәр аға, ул да бала тауышы сығарып сеңләп илай, – ти ҡотҡарыусы.

Мышы балаһы урман йәнлектәрен ҡотҡарыу ойошмаһына тапшырыласаҡ.



Вернуться назад