Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ11.12.2018
Өфөлә бығаса үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан кешеләр менән эшләгән психиатрҙар күп, ә бына ошоно иҫкәрткән белгестәр юҡ кимәлендә. Социаль мәғлүмәт агентлығы бедереүенсә, 150 социаль хеҙмәткәр өлкән йәштәге кешеләр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалырға теләгәндәрҙе асыҡлау һәм быға юл ҡуймау өсөн махсус курс үткән. Бындай бәлә килеп сыҡмаһын өсөн пенсионерҙар, яңғыҙ кешеләр менән күберәк аралашырға, күңелендәгеһен һөйләү мөмкинлеге бирергә, хәстәрлек күрһәтергә кәрәк.

– Был тема киң яҡтыртылмаһа ла, үтә мөһим. Беҙ яңғыҙы өйҙә ултырған “күренмәгән ҡарттар” менән шөғөлләнәбеҙ һәм уларға ярҙам итергә тырышабыҙ, – ти “Бәхет” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге” директоры Айгөл Насирова.

Әгәр өлкән кеше проблемалары тураһында социаль хеҙмәткәргә әйтергә ҡыймай икән, 8-800-250-57-64 телефоны буйынса шылтыратып, ундағы белгестәргә һөйләй ала.


Вернуться назад