Мәсәктәр уҡырға ярата11.12.2018

Иң ҙур баһа – ауылдаштар рәхмәте.

1992 йылда Мәсәк ауылында социаль-мәҙәни комплекс асыла. Ул үҙ эсенә башланғыс мәктәпте, балалар баҡсаһын, китапхананы, медицина бүлмәһен һәм мәҙәниәт усағын берләштерә. Уларҙың һәр береһенең эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ. Сәфәребеҙ барышында беҙгә халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшкән китапхана тормошо менән яҡындан танышыу мөмкинлеге тейҙе.

Бөгөн Мәсәктә 210 кеше йәшәй, шу­лар­ҙың 189-ы – ошо китапхананың даими уҡыусыһы. Китапхана кәш­тәләрендә 6700-ҙән ашыу китап бар. 2014 йылда – Мәҙә­ниәт йылы барышында китапхана ҡара­мағында халыҡ көсө менән ауыл музейы булдырыла. Бындағы экспонаттар – йөҙәр йыллыҡ тарихи ҡомартҡылар. Ауылдың боронғо тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә, бөгөнгөһөнә арналған стендтар йәш быуында ҙур ҡыҙыҡ­һыныу уята, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй.

Музей экспонаттарын, документаль туп­ланмаларҙы ҡулланып, төрлө мәҙәни саралар, илһөйәрлек, йола дәрестәре, илебеҙ тарихына бәйле байрамдар, арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар ойошторола. Быйыл, мәҫәлән, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Ауылым күрке – килен, ҡәйнәләр”, “Әйле һәм Ҡатай ҡатын-ҡыҙҙары йыйыны”, Ғаилә йылына арналған “Йәшәһен милли биҙәк”, “Самауыр”, “Ғөрөф-ғәҙәт – нәсихәт” байрамдары гөрләп үткән.

Китап һөйөүселәр “Китап менән үҫәбеҙ”, “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух”, “Балаларға экологик тәрбиә”, “Китапхана – музей”, “Башҡортос­тандың 100 яҡшы китабы” тип аталған проекттарҙа теләп ҡатнаш­ҡан. Был сараларҙың барыһына ла сцена­рийҙы китапханасы Зилә Йомағолова әҙерләй.
– Эшемдә китапхана ҡарама­ғындағы “Йәншишмә” балалар һәм “Төйөнсөк” ҡатын-ҡыҙҙар ижади клубтары, “Ағинәйҙәр” ойош­маһы, Абзай ауылы биләмәһе хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә. Был ойошмаларға берләшкән балалар һәм ололар халыҡ йолаларын тергеҙеү, милли асылға ҡайтыу, үҙҙәре белгәнде башҡаларға еткереү теләге менән янып йәшәй. Улар район һабантуй­ҙарында, фольклор һәм этник байрамдарҙа, фестиваль-күргәҙ­мәләрҙә ауылыбыҙ данын лайыҡлы яҡлай, – ти китапханасы.

Зилә Нияз ҡыҙы Силәбе өлкә­һендәге Уй районының Әмин ауылында тыуған. Өфө китапхана техникумын тамамлағас, Ҡыйғы райо­нының Арыҫлан ауылында эш башлай. 1995 йылдан – Мәсәк ауылы китапханасыһы.

Зилә Йомағолова үҙ биләмәһендә йылы мөхит булдырыуға өлгәшкән, шуға күрә ауыл халҡы китапханаға ҙур теләк менән йөрөй. Бында компьютер, уҡыу залы эшләй, республика һәм Рәсәй матбуғатына айырым мөйөш бағышланған. “Һуңғы ваҡытта район китапханаларына башҡорт телендә әҙәби китаптар күпләп ҡайтарыла. Бында, әл­биттә, район үҙәк китапханаһы директоры Әлфирә Даларис ҡыҙы Фәтихованың өлөшө ҙур”, – ти Зилә Нияз ҡыҙы.

Ауыл ерендә китапханасы – әүҙем йәмәғәтсе, халыҡты туплаусы һәм әйҙәүсе лә. Зилә Йомағолова ла – Абзай урта мәктәбенең ата-әсәләр комитеты рәйесе, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, “Ағи­нәйҙәр” ҡоро етәксеһе, Абзай ауыл биләмәһе депутаты.

Зилә Нияз ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте район һәм республика кимәлендәге маҡтау грамоталары менән билдәләнгән. Әммә уның өсөн иң ҙур баһа – ауылдаштарының рәхмәте һәм ихтирам-хөрмәте.


Вернуться назад