Ауырыуҙы башта һүҙ, аҙаҡ – үлән, иң һуңынан бысаҡ менән дауала, тиҙәр. Быны Өфө медицина колледжы студенттары яҡшы аңлай. Беренсе курста ғына уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, шәп сара уйлап тапҡандар. Республиканың төрлө төбәгендә тыуып үҫеп, уҡыу йортонда берләшеп, дуҫлашып алған буласаҡ шәфҡәт туташтары баш ҡаланың Һуғыш ветерандары госпиталендә дауаланған инәй-бабайҙарға концерт күрһәтте.
Етәкселәре – уҡыу йортоноң шәфҡәт туташтары бүлеге мөдире Алһыу Мөслимова: “Йәш быуындың күңеленә шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, изгелек орлоҡтары һалып үҫтерергә бурыслыбыҙ. Беҙ медицина йүнәлешендә белем биреү менән генә сикләнмәйбеҙ, уларҙы шәхес булараҡ та тәрбиәләргә ынтылабыҙ, сөнки беҙгә уҡырға килгән 15 йәшлек балалар араһында атай-әсәйһеҙ ҡалған етемдәр ҙә бар. Уларҙы ҡанатыбыҙ аҫтына алып, дөрөҫ тормош маяғын күрһәтеп, һөнәр үҙләштерергә ярҙам итәбеҙ. Бөгөнгө сара иһә ике яҡ өсөн дә файҙалы һәм фәһемле. Дауаланған өлкән быуын вәкилдәре беҙҙең концерттан һуң тиҙерәк шәбәйеп китер тигән ышаныстабыҙ”, – ти.
Әйткәндәй, уҡыу йортонда сәнғәткә етди иғтибар бирелә. Йәштәр үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә әүҙем шөғөлләнә.
Гөлназ Зарипованың “Уралым” йыры, Сьюзи Гулеян һәм Анжела Геворгян башҡарыуында дәртле “Әрмән ҡыҙҙары”, Алина Закирйәнованың “Ырымбур шәле” бейеүҙәре береһен дә битараф ҡалдырманы. Ә Фидаил Байбулатовтың “Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын” тигән йырына тамашасылар ҙа ҡушылды.
– Рәхмәт, йәштәр, һәр ваҡыт шулай кешеләргә иғтибарлы булығыҙ! Һыҙланыуҙарыбыҙ онотолғандай булды, – тине дауаланыусылар.