Яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлә11.12.2018

Үрге Әүжән ҡотҡарыусылары өй туйлаясаҡ.

“Башҡортостан Республикаһының
100 йыллығына – 100 объект” программаһы сиктәрендә Белорет ҡалаһында “Металлург” стадионы төҙөкләндерелә, Инйәр һәм Абҙаҡ ауылдарында — балалар баҡсалары, Үрге Әүжәндә янғын һүндереү хеҙмәте депоһы төҙөлә.

Үрге Әүжән районда ҙур улты­раҡ­тарҙан һанала, унда 2100 тирәһе кеше йәшәй, биләмәгә шулай уҡ Исмаҡай ауылы ла инә, унда барлығы 340 кеше көн күрә.

Башҡортостандың Янғынға ҡаршы хеҙмәтенең Үрге Әүжән ауылындағы айырым посы Үҙән, Ҡағы ауыл биләмәләренә ҡараған ултыраҡтарҙы ла хеҙмәтләндерә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр барлыҡҡа килгәндә, күрше Бөрйән районына ла ярҙамға ашығалар.

Уҙған быуаттың 20-се йылдарында таштан төҙөлгән элекке янғын һүндереү хеҙмәте депоһы бинаһы ныҡ иҫкерә һәм бөгөнгө талаптарға яуап бирмәй башлай.

— Янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәтләндереү радиусы бик киң. Мәғлүм булыуынса, беҙҙең яҡтар урманға бай. Айырыуса ҡоро килгән йылдарҙа тәбиғәттә янғын осраҡ­тары йыш теркәлә. Халыҡты ут сығыу афәтенән һаҡлау, ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булыу өсөн заманса йыһазландырылған депо төҙөү күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине, — ти Үрге Әүжән биләмәһе ха­кимиәте башлығы Михаил Телятников.
Яңы модулле депо металл конструкцияларҙан ҡорола һәм заманса материал менән көпләнә.

— Часта ун биш хеҙмәткәр иҫәпләнә. Элекке бинала эш өсөн уңайлыҡтар юҡ ине. Яңы бина өс янғын автомобиле һыйҙырышлы, уның үҙ ҡаҙанлығы буласаҡ, диспетчер, уҡыу бүлмәләре, хеҙмәт­кәрҙәр өсөн ял итеү, автомобил­дәрҙе ремонтлау урындары ҡаралған. Депо төҙөлөп бөткәнсе беҙ элекке йәшелсә базаһын ҡулайлаштырып, ваҡытлыса шунда урынлаштыҡ. Подрядсы бурыстарын үҙ иңенә алған Күмертау ҡалаһынан “РТ-ГРУПП” йәмғиәте эште еренә еткереп, ваҡытында тапшырыр тип өмөтләнәбеҙ, — ти Үрге Әүжән айырым посы командиры Роман Ефремов.

Әйткәндәй, Үрге Әүжән янғын һүндереүселәре йәй тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға кисерә: уларҙың күптән яңыртылыу талап иткән техника паркы өр-яңы “Урал” автомобиле менән тулылана.

— Артабан да техника яңыр­тыласаҡ, тип вәғәҙә иттеләр. Яңы депоның төҙөлөп бөтөүен түҙем­һеҙләнеп көтәбеҙ, беҙҙе һәр саҡ хәстәрләп торған район хакимиә­тенә, республика етәкселегенә рәхмәт. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ граждандарҙың именлеген тәьмин итеү маҡсатында барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — ти Роман Григорьевич.

Модулле депо тиҙ ҡорола торған төҙөлөш объекты һанала, шуға күрә Үрге Әүжән ҡотҡарыусы­ла­рының тиҙҙән өй туйларына шик юҡ. Уларҙа ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡарағанда, ошондай ҡыуаныслы ваҡиғалар күберәк теркәлһен, тип теләге килә.


Вернуться назад