Тәүге уңышлы аҙымдар11.12.2018

Һәләтлеләргә — байрам алдынан шәп бүләк.

...Республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлы­ғының Колонналар залын танырлыҡ та түгел. Фойеның урта өлөшөнә өлкәндәр йыйылып әңгәмә башлаған, ситтәрәк малайҙар көлөшә-көлөшә һөйләшә, ә ишек төбөндә ҡыҙҙар серләшә. Баҡтиһәң, барыһы ла күркәм тантанаға йыйылған – ул көндө йәш таланттарға Башҡортостан Башлығының стипендиялары тапшырылды.

Йәш спортсыларҙы Башҡортос­тан Башлығы вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Федерация Советы исеменән ҡотлаған Башҡортостандың дәү­ләт власы башҡарма органынан Федерация Советы ағзаһы, уның комитет рәйесенең беренсе урын­баҫары Лилиә Ғүмәрова белде­реүенсә, был — яҡташтары­быҙ­ҙың тәүге уңышлы аҙымы, улар йәш әле, уларҙың барыһы ла алда. Спорт, мәғариф, мәҙәниәт һәм фән өлкәһендә еңеү яулаған һәләтлеләргә Яңы йыл алдынан шәп байрам бүләге был.

– Башҡортостан балалары Ирекмәнлек йылында яҡшы һө­ҙөм­тәләр күрһәтте, илебеҙ кимә­лендәге ҡаҙаныштар бихисап, беҙҙә Ресурс үҙәгенең эшләүе лә күпте һөйләй, – тине Лилиә Салауат ҡыҙы. – Йылды уңышлы тамамлайбыҙ – беҙҙә күп ирек­мәндәр ойошмаһы бар, уларҙың сафы тулыланғандан-тулылана. Шул уҡ ваҡытта малайҙар һәм ҡыҙҙар уҡыуҙа ла һынатмай, спортта ла алдынғы.

Сноуборд буйынса күп тап­ҡырҙар республика һәм Бөтә Рәсәй бәйгеләре еңеүсеһе, Өфө ҡалаһындағы 39-сы гимназияның VIII класс уҡыусыһы Всеволод Мартынов тренеры, спорт мастеры Наталья Кизина менән килгән. Всеволод ҙур үҫкәс кем буласағын күңелендә нығытҡан – яҙмышын тик спорт менән бәйләйәсәк.

– Тренерым Самат Таҡаловҡа рәхмәт, – ти Йылайыр районы Йылайыр ауылындағы Ш. Бабич исемендәге Башҡорт гимназия­һының X класс уҡыусыһы, кикбоксинг буйынса Башҡортостан чемпионы Михаил Годуленко. – Бәләкәйҙән спорт секцияһына йөрөнөм, төрлө спорт бәйге­ләрендә сыныҡтым. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, беҙҙә төрлө яҡтан үҫер өсөн мөмкинлектәр ҙә, шарттар ҙа етерлек.

Бүләкләнеүселәр араһында насар күреүсе һәм ишетеүселәр ҙә бар ине. Иң мөһиме — һәр береһенең маҡсаты аныҡ, барыһы ла киләсәген яҡшы күҙаллай.

Әйткәндәй, тренерҙарға Баш­ҡорт­остан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының Рәхмәт хаты тапшырылды.


Вернуться назад