Приют тәрбиәләнеүселәре Республика йортонда булды.Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Республика йортона “Күңелем ҡылы сыңлай” әҙәби конкурсында лауреат булған приют тәрбиәләнеүселәре килде.
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған конкурсты “Фәрештә-Юл япрағы” халыҡтың аҙ яҡланған ҡатламдарына ярҙам күрһәтеүсе хәйриә фонды ойошторҙо. Унда Белорет, Күгәрсен, Бишбүләк, Ейәнсура, Әлшәй, Тәтешле, Хәйбулла, Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондарынан 183 бала ҡатнашты. Бүләкләү тантанаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте.
Лауреаттарҙың береһе – 12 йәшлек Айгүзәл Аҙнабаева менән Радий Хәбиров Ейәнсура районына эш сәфәре барышында Иҫәнғол ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта танышып, уны Республика йортона ҡунаҡҡа саҡырғайны. Төбәк етәксеһе балаларға үҙенең эш бүлмәһен, осрашыуҙар өсөн кесе залды, оператив кәңәшмәләр залын күрһәтте һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
— Бөгөн һеҙ барлыҡ мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән республиканың төп бинаһында булдығыҙ, — тине Радий Хәбиров. — Яҡшы уҡығыҙ, сөнки киләсәктә, үҫеп еткәс, ошонда килерһегеҙ һәм кешеләр яҡшыраҡ йәшәһен, Башҡортостаныбыҙ йәмлерәк булһын өсөн эшләрһегеҙ.
Төбәк етәксеһенән бөтә балалар Яңы йыл бүләктәре һалынған мәктәп биштәрҙәре алды, ә Айгүзәл Аҙнабаева Радий Хәбировҡа үҙе төшөргән уның портретын бүләк итте.