Айгиз кемдең ерен үҙләштергән?10.12.2018
Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Мәшүровтар донъяһын хосусилаштырырға була. Бының өсөн улар Белорет ҡалаһындағы Теркәү палатаһына барғас, егерме йыл самаһы йәшәгән йорт-ҡаралтылары бөтөнләй икенсе кеше – Айгиз Баймөхәмәтовтың исемендә булыуын ишетеп, шаҡ ҡата. Тәүҙә хужалар "Айгиз вазифаһынан файҙаланып, был эште йәшертен башҡарған", тип уйлай. Тиҙҙән урындағы хакимиәт ярҙамында яҙыусының үҙенә бәйләнешкә сығалар.

– Айгиз ҡустым, беҙ туҡһанынсы йылдан йәшәгән йорттоң ере нисек һинең исемдә теркәлгән ул? – ти улар борсолоп.

– Мин һеҙҙе бер ҙә аңламайым. Минең үҙ ерем бар, – тип яуаплай Айгиз.

– Бына әле беҙ теркәү палатаһында ултырабыҙ, беҙҙең ерҙе үҙеңә үҙләштергәнһең.

Ахырҙа Айгиз теркәү палатаһы хеҙмәткәрҙәре менән килеп сыҡҡан хәлде асыҡлай. Баҡтиһәң, электрон документтарҙа өҙөклөк килеп сығып, Мәшүровтарҙың ере Айгиз Баймөхәмәтовтың исеменә күскән.

Хәлде көйләү өсөн яҙыусыны Белоретҡа саҡырталар. Ул документтарҙы төп хужалары исеменә күсертә. Хәлдең был тиклем тиҙ яйланырын күҙ алдына ла килтермәгән Мәшүровтар ҡыуанып, Айгизгә рәхмәт әйтеп бөтә алмай.

Тиҙҙән Айгиздең үҙенә лә "күктән төшкән" ер өсөн һалым түләү кәрәклеге хаҡында яҙыу килә.



Вернуться назад