Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә10.12.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушан Сәйетовтың һорауы буйынса Туймазы районының Егетәк ауылы эргәһендәге шишмәне төҙөкләндерергә ҡарар ителде.

Урындағы халыҡ сираттағы ҡабул итеү сараһында парламентарийға ошондай үтенес менән мөрәжәғәт иткәйне. Депутат “Башнефть-Сығарыу” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенә проектты хуплап, шишмә биләмәһен төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һораны.

– Ошо көндәрҙә беҙҙең тәҡдим хупланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыш был эште башҡарыу мөмкин түгел, шуға күрә реконструкция саралары киләһе йылдың март графигына индерелде, – тине Рушан Сәйетов.


Вернуться назад