Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләренә – “Фейсбук”, “Инстаграм” һәм “Бәйләнештә” – республикала подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһының эшләй башлаясағы тураһында яҙҙы. Проект республика һәм муниципалитет бюджеттары, идара итеүсе компаниялар тарафынан финансланасаҡ.
Программа 2019 йылдың ғинуарынан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, республикала күп фатирлы йорттарҙа 50 мең самаһы подъезд бар. Шуларҙың 26 мең самаһы иҫке, бысраҡ, серек тәҙрәле. Подъездарҙы биш йылға бер ремонтлау кәрәк, ә ысынбарлыҡта күптәре унар йылдан ашыу ағартыу һәм буяу күрмәй.
Республика етәксеһе яҙыуынса, программаға ярашлы ишектәр, тәҙрәләр, беренсе ҡатта плитәләр алмаштырыласаҡ, яңы почта йәшниктәре ҡуйыласаҡ, стеналар ағартыласаҡ, буяласаҡ, лампочкалар алмаштырыласаҡ. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, алты йыл эсендә барлыҡ подъездар ҙа ремонтланып бөтәсәк.