Йәнә космонавтар килде23.05.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов СССР-ҙың осоусы-космонавы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок етәкселегендәге Космонавтика федерацияһы делегацияһы менән осрашты.
Улар араһында билдәле космонавтар, шулай уҡ яҡташыбыҙ, Юрий Гагариндың космосҡа әҙерләнеүен, уның ҡайтыуын видеотаҫмаға төшөргән кинооператор Мәхмүт Рафиҡов та бар.
Делегация Өфөгә “Башҡортостан Республикаһында Гагарин көндәре”ндә ҡатнашыу өсөн килгән. Осрашыуҙа Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн аэройыһан үҙәге ойоштороу мөмкинлеге, Башҡорт дәүләт университетында асылған Йыһан хеҙмәттәре белем биреү үҙәгенә ярҙам, шулай уҡ республика балаларының “Байконур” космодромына барыуы кеүек мәсьәләләр тикшерелде.
Республикала Рәсәй Космонавтары федерацияһының төбәк бүлексәһе яңыраҡ асылыуға ҡарамаҫтан, илдә алдынғыларҙан һанала. Ун меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ Йыһан тематикаһына мөрәжәғәт итеп, “Гагарин көндәре” сиктәрендә үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай.
Ҡунаҡтар “Рәсәйҙә космонавтика тарихы” темаһына арналған ҡорҙа ҡатнашты, ҡала гимназияларында булды. “Минең йыһан донъяһы” халыҡ-ара балалар проектында еңеүселәр, Ю. Гагарин исемендәге кубокта беренселекте яулаған йәш баскетболсылар менән осрашыу ҙа йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Космонавтар йәш тикшеренеүселәргә, олимпиада, конкурстарҙа еңеүселәргә, “Минең йыһан донъяһы” проектына ярашлы үткәрелгән спорт ярыштарында ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырҙы.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Вернуться назад