Сүпте ҡайҙа ташларға?10.12.2018
Ауыл биләмәләренә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарамаған сүп-сарҙы һаҡлау урындарын ойоштороу буйынса саралар күрергә кәрәк тип иҫәпләй, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Генераль йыйыштырыу” проекты координаторы Морат Шафиҡов.

– Бөгөн ауылда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар ғына түгел, ә төҙөлөш сүбе, үҫемлекселек ҡалдыҡтарын утилләштереү менән дә ҙур проблемалар бар, – ти ул. – Мәҫәлән, ауыл кешеһе иҫке өй, һарайҙы емергәндән һуң йыйылған ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа ҡуйырға тейеш? Хәҙер бит сүпте яғыу тыйылды. Ауылдан йыраҡта урынлашҡан полигонға алып барып ташлатыу бик ҡиммәткә төшә.


Һөҙөмтәлә ауыл кешеһе үҙе лә теләмәҫтән закон боҙорға мәжбүр. Был иһә ҙур штраф менән янай. Ауылдар, ҡалалар янында сүплектәр артыуы ла алама күренеш. Шуға күрә яҡын арала был проблеманы хәл итеү юлдарын табыу зарур тигән фекерҙә “Генераль йыйыштырыу” проекты ағзалары.




Вернуться назад