Башҡортостанда йәшәгән 16 кеше бушлай автомобиль аласаҡ. “Тимер ат”тарҙы социаль страховкалау фонды производствола имгәнгән кешеләргә тапшыра. Бөтә автомобилдәрҙең дә маркаһы – “Лада Гранта”.
Социаль страховкалау фонды вәкилдәре белдереүенсә, “тимер ат”тар өсөн бер нәмә лә түләргә кәрәкмәй, ул социаль реабилитацияның бер төрө. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 18 кеше автомобиль аласаҡ. Быйыл барлығы 83 граждан машиналы буласаҡ.