Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙән азат ителгәндәр даирәһе киңәйә. Әлегә тиклем был льгота эшләмәгән өлкәндәргә һәм пенсия йәшендәге эшләмәгән кешеләрҙән генә торған ғаилә ағзаларына ҡағыла ине. 70 йәше тулғандарға – 50, 80 йәштәгеләргә 100 процент күләмендә ташлама бирелде. Бер йыл элек компенсацияларҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты 2020 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтылғайны.
“Әле беҙ тағы ла бер сараны закондар менән нығытырға тәҡдим итәбеҙ. Уға ярашлы, беренсе йәки икенсе төркөм инвалиды, шулай уҡ 2018 йылдың 31 декабренә ҡарата пенсия тәғәйенләү шарттарына яуап биргән кешеләр менән бергә йәшәгән өлкәндәргә лә льгота биреләсәк”, – тине Дәүләт Йыйышылы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Депутаттар был закон проектын киләһе пленар ултырышта тикшерергә ниәтләй.