Яңы юл айырсаһы төҙөлә10.12.2018
Яңы юл айырсаһы төҙөләЗинин ауылындағы тимер юл өҫтөнән яңы юл айырсаһы төҙөлөшө 2020 йылда башлана. Өфө мэры Өлфәт Мостафин социаль селтәрҙә ошо турала яҙып сыҡты. Киләһе йыл проект әҙерләнәсәк. Был маҡсатҡа республика 55 миллион һум аҡса бүлгән.

Шул уҡ ваҡытта Нижегородка биҫтәһендәге тимер юл өҫтөнән һалынған юл айырсаһы авария хәлендә, уға ла иғтибар талап ителә. Бында 2020-2021 йылдарҙа капиталь ремонт үткәреү күҙаллана. Киләһе йыл йәй Тимашев ауылындағы тимер юл өҫтөнән үткән юл айырсаһы төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла.





Вернуться назад