Йылайыр районының Иван-Ҡыуалат мәктәбе уҡыусылары Олег Степанов менән Ольга Терпигорьева Ҡазандан оло еңеү менән ҡайтты. Улар йыл һайын үткән “Илдең гәлсәр йөрәге” тип аталған халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижад конкурсында ҡатнашып, еңеү яуланы. Олег – беренсе дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булһа, Ольга — өсөнсө баҫҡыста.
Йылайыр данын ситтә лә танытыусы йәш таланттарға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.