Яңы йылға бурысһыҙ10.12.2018
Радий Хәбиров эш хаҡы буйынса бурысты яңы йылға тиклем түләүҙе талап итте. Башҡортостанда 1 декабргә эш хаҡы буйынса бурыс 635,6 миллион һум тәшкил итә. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республикалағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина ошо турала белдерҙе.

– Әлегә был ахырғы һан түгел, сөнки хеҙмәткә түләү буйынса йәшерен, латент бурыс иҫәпкә алынмаған. Уны асыҡлау өсөн законлы нигеҙ кәрәк, – тине ул.

Бурыстың төп өлөшө банкрот предприятиеларға тура килә. 1 декабргә ҡарата йыйылған бурыстың 400 миллион һумдан ашыуы ошондай 77 ойошманыҡы.

Төбәк етәксеһе Яңы йыл алдынан, 28 декабрҙә, муниципалитет башлыҡтарын тыңлап, эш хаҡы буйынса бурыстың нисек түләнеүенә контроллек итәсәге тураһында белдерҙе.


Вернуться назад