Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ район, ҡалаларында яңы йыл ҡаласыҡтары асыла. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев хәбәр итте. Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 10 декабрҙе бөтә майҙандарҙа, урамдарҙа, ихаталарҙа боҙ ҡаласыҡтарын асыу датаһы тип билдәләгәйне.
“Шәмбе, 8 декабргә, муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының барыһында ла байрам шыршылары ҡуйылды. Шәмбе 12 муниципалитетта боҙ ҡаласыҡтары буйынса эш тамамланмағайны әле, әммә коллегалар 10 декабргә өлгөрөргә һүҙ бирҙе, – тине министр.
Михаил Киреев шулай уҡ йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башлау тураһында әйтте.