Амран Моратшин арабыҙҙан китте...10.12.2018
43 йыл дауамында Росстандарттың Төбәк бүлексәһен етәкләгән, Рәсәйҙең атҡаҙанған метрологы Амран Моратшин вафат булды. Ул ил метрологияһы үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше.

Амран Миһран улы Моратшин 1948 йылдың 20 сентябрендә Мәләүез районында тыуған. Хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡтағы синтетик каучук заводында башлай. 1975 йылдан алып һуңғы көндәренә тиклем стандартлаштырыу һәм үлсәмдәр берлеген тәьмин итеү өлкәһендә эшләй.

Әүҙем ҡарашлы кеше булараҡ, Амран Моратшин сифат идеологияһын алға һөрә. Уның етәкселеге аҫтында үҙәк эшмәкәрлеге республиканың иҡтисади программалары менән бергә үрелеп бара. Уның тырышлығы арҡаһында Росстандарттың Башҡортостан бүлексәһе һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булды. Ул йөҙҙән ашыу фәнни публикациялар һәм вуз өсөн дәреслектәр авторы. Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.


Вернуться назад