Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара семинары булып үтте.
Күркәм сарала республика уҡытыусыларынан тыш, күрше Ырымбур өлкәһенән дә ҡунаҡтар ҡатнашты. Көйөргәҙе районында туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Белем биреү учреждениеларында дүрт төрлө тел: урыҫ, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәре өйрәнелә. Ошондай йөкмәткеле аралашыу саралары халыҡтар араһында милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итә. Төбәк-ара семинарҙы ойоштороусыларҙың тәжрибә уртаҡлашыуҙан тыш, дуҫлыҡ күперен һалыуға ла мөһим өлөш индереүен билдәләргә кәрәк.