Хас та кинолағы кеүек!10.12.2018
Көйөргәҙе районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Хәүефһеҙлек мәктәбе” уҡыусыларының ярыштары булып үтте. Сараны ойоштороуға туризм һәм тирә-яҡты өйрәнеү буйынса методист И. Бакчаев ҙур көс һалды.

Һикһәнгә яҡын йәш ҡотҡарыусының дүрт этапта — көс күнегеүҙәре, яраланған кешегә ярҙам күрһәтеү, зарарлы зонанан сығыу, һыуҙа батҡандарҙы ҡотҡарыу — көс һынашыуын жюри ағзалары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Үҫмерҙәр “яраланғандарға” тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн үҙҙәре носилка яһаны, “батыусы”ны ҡотҡарыу өсөн үҙенсәлекле арҡандар әҙерләне, ә “зарарлы” зонанан имен-һау сығыу өсөн хәрби һаҡлағыс комплектты дөрөҫ кейеү һәләтен күрһәтте. Малайҙарға белемдән тыш, йылғырлыҡ та, зирәклек тә, күнекмәләр ҙә ярҙам итте. Барыһынан да элек командаларҙағы берҙәмлек, бер-береңә ярҙам итеү, бер ҡарарға килеү сифаттары өҫтөн булды. Иң яҡшы әҙерлекте “Юлсы” (Пионерҙар йорто), “Яңы Робинзондар” (Зәк-Ишмәт мәктәбе) һәм “Шалтран” (Яңы Таймаҫ гимназияһы) командалары күрһәтте.




Вернуться назад