Саҡмағош районының Йомаш ауылы халҡы Яңы йыл алдынан клублы булды. “Түҙгәнгә түш тейә”, тигәндәй, күркәм ваҡиғаны күптән түҙемһеҙлек менән көткән халыҡтың күңеле булды.
Күп функциялы клуб сафҡа инеү менән халыҡты мәҙәни тормошҡа нығыраҡ йәлеп итеп буласаҡ. Тренажер залын йыһазландырыу өсөн ҡорамалдар алынған, кескәйҙәр өсөн уйын бүлмәһе булдырылған. Йомаштар клуб асылыу тантанаһын байрам концерты менән биҙәне.