Маҡсатлы белем алыусыларҙы штраф ҡурҡытмаҫмы?10.12.2018
Ауыл ерендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ икәнен күптән беләбеҙ. Ни өсөн университет бөтөп, ҡулдарына диплом алған белгестәр райондарға барырға атлығып тормай?

Әле республикала табиптар менән тәьмин ителгәнлек Волга буйы округындағынан һәм Рәсәйҙәгенән түбәнерәк — 10 мең кешегә 35 табип тура килә. Ә йәштәрҙә ауыл ҡайғыһы юҡ, барыһы ла тиерлек ҡалала эшкә ҡалырға тырыша. Сәбәбе билдәле — үҫеш өсөн мөмкинлек аҙ, йәшәү шарттары ҡәнәғәтләндермәй. “Ауыл табибы” программаһы бер ни тиклем мәсьәләне “йомшартһа” ла, һиҙелерлек алға китеш юҡ. Яңыраҡ республика етәксеһе Р. Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә республика бюджетынан 50 миллион аҡса бүлеп, ауылға тағы ла 50 табипты йәлеп итергә хәл ителде.

Әммә белгестәр ҡытлығын маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыусы студенттар күпкә тиҙерәк хәл итә алыр ине. 2019 йылдың 1 ғинуарынан сығарылыш белгестәрен тәғәйен учреждениеларға беркетеү механизмы эшләй башлаясаҡ. Кем һөйөнөр, кем көйөнөр инде тигәндәй... Маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡып сыҡҡан белгес тәғәйенләнгән дауаханала квалификацияһына ярашлы кәм тигәндә өс йыл эшләргә тейеш буласаҡ. Әгәр ҙә ул вузды тамамлағас бер ай эсендә эшкә урынлашмаһа, дауахана түләгән стипендия һәм социаль түләүҙәр рәүешендәге сумманы кире ҡайтарырға тейеш буласаҡ. Өҫтәүенә килешеү шарттарын үтәмәгән өсөн апаруҡ күләмдә штраф та түләйәсәк. Киләһе йылда райондарҙан килгән 727 йәш белгес диплом аласаҡ. Шуларҙың 208-е — маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем алыусылар. Барыһы ла ауылға эшкә ҡайтһа, харап шәп буласаҡ.



Вернуться назад