Яңы йылға ҙур бүләк09.12.2018
Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел. Иң мөһиме: хөкүмәтебеҙ һәм улар йәшәгән ҡала хакимиәте үҙ ярҙамынан ташламай. Яңыраҡ Сибайҙа күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға булды. Бер юлы алты етем балаға фатир асҡыстары тапшырылды. Улар араһында төрлө уҡыу йорттарында белем алыусылар ҙа, эшләп йөрөүселәр ҙә бар.


Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов етемдәргә фатир асҡыстары тапшырып, киләсәктә уларҙың үҙ ҡалаһында төпләнеп, хеҙмәт итеүҙәрен теләне. "Теләүселәргә эш урындары табылыр", - тине ул.






Вернуться назад