Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ. Әле бында төҙөлөш эштәре башланған. Объект өс ҡатлы буласаҡ, ул 240 уҡыусыға һәм 120 мәктәпкәсә йәштәге балаларға тәғәйенләнгән. Белем усағы “100 йыллыҡҡа -100 объект” проекты сиктәрендә төҙөлә.
Райондың торлаҡ хужалығы һәм төҙөлөш буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Динар Хәлитов белдереүенсә, белем биреү комплексы үҙенең уникаль биҙәлеше менән генә түгел, ә тиҙ арала сафҡа инеүе менән дә ҡасаба халҡын ҡыуандырасаҡ.