“Үҙеңдең телеңде һәм халҡыңды бел, ярат” тигән темаға Саҡмағош ауылы гимназияһында шуҡтар, отҡорҙар конкурсы (ШОК) үтте.
Конкурста VIII класс уҡыусылары ҡатнашты. Кем отҡорораҡ, шуғыраҡ, йылғырыраҡ — “Урал батыр”мы, әллә “Аҡбуҙат” командаһымы? Еңеү өсөн бәйгенең бөтә этаптарын уңышлы үтеү кәрәк: “Формула буйынса һүҙҙе бел”, “Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәрен билдәлә”, “Бер һүҙ менән әйт”, “Ҡайҙа бында логика?”, “Блиц-турнир”, “Пантомимика”. Ике команданың да ағзалары башҡорт телен яҡшы белеүен күрһәтте. Уйын бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булыуы менән балалар күңелендә ҡалды. Шулай ҙа һәр конкурстың еңеүсеһе була, был юлы “Урал батыр” үҙенең иң шуҡ, иң отҡор команда икәнен раҫланы.