Иң оҙондар ҡайһы ауылда?09.12.2018
Район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексында төбәктәге ауыл биләмәләренең йыйылма командалары волейбол буйынса финал уйыны үткәрҙе. Унда дүрт ауылдан – Дедов, Гончаровка, Үрге Яуыш һәм Разиндан спортсылар ҡатнашты.

Тәүге урынды Гончаровка вәкилдәре алды, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Дедов менән Үрге Яуыштар бүлеште. Еңеүселәр һәм призерҙарҙы грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнеләр.

Волейбол уйыны өсөн командаға иң оҙон буйлыларҙы һайлап алырға тырышалар. “Урал” волейбол клубы етәксеһе Марат Мәрҙәнов әйтеүенсә, мәҫәлән, уларҙың командаһындағы егеттәрҙең уртаса оҙонлоғо 2,05 метр тәшкил итә. Гончаровка уҙамандарында буй ҙа, оҫталыҡ та етерлек тип уйларға ҡала.




Вернуться назад