11 декабрҙән Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Күп функциялы үҙәк “бер тәҙрә” принцибы буйынса дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр үтәүҙең уңайлығын һәм хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу маҡсатында халыҡты яңы залда ҡабул итә башлаясаҡ. Үҙәктең адресы үҙгәрешһеҙ ҡала: Асҡар ауылы, Тыныслыҡ урамы, 1-се йорт.
Яңы зал ун универсаль “тәҙрә” менән ҡорамалландырылған, “Минең документарым” берҙәм фирма стилендә биҙәлгән. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн туҡталҡа ойошторолған, инвалидтар өсөн барлыҡ шарттар бар.