Ун кеше бушлай фатир алды09.12.2018
Мәләүез ҡалаһының Ленин урамындағы 18-се йортта күптән түгел ун кешегә фатир асҡысы тапшырҙылар. Яңы йыл байрамы алдынан бик һәйбәт бүләк буләк был.

Асҡыс хужалары – “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы йәшәү урыны менән тәьмин итеү” программаһы буйынса фатир алырға хоҡуҡлы үҫмерҙәр. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, фатирҙарҙың йәш хужалары өсөн тыуған йортҡа әйләнеүенә өмөт белдерҙе. Йорт ҡотлаусылар район хакимиәтенә һәм был эшкә ҡатнашы булған барлыҡ кешеләргә рәхмәт һүҙҙәре әйтте.



Вернуться назад