Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре 25 мал ҡарау майҙансығы әҙерләне. Әле үк йөҙҙән ашыу миндек, бер тоннанан ашыу тоҙ һәм бер тонна иген фуражы әҙерләп һалынған.
Был аҙыҡ даими һалынып торасаҡ, шуға күрә йәнлектәр ярҙамдан ҡалмасаяҡ, ти экологтар. Күҙәтеү һәм “фототоҙаҡтар” күрһәтеүенсә, бында иң таралған йәнлектәр – мышылар һәм ҡоралайҙар.