Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй08.12.2018
Илештәр эштә, спортта ғына түгел, ә ял итеүҙә лә ал бирмәй. Райондың ауыл биләмәләре араһында үткәрелгән күңелле һәм тапҡырҙар клубы конкурсының финал ярыштарына йомғаҡ яһалды.

Командаларҙың һәр береһе уйын-көлкө һәм юмор менән һуғарылған номерҙар әҙерләп, тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. Йәркәй ауыл советы командаһы барыһынан да шуғыраҡ, йылғырыраҡ, төртмә теллерәк булып сыҡты — Гран-при улар ҡулында! Икенсе урынды — Йөннө, өсөнсө урынды Дөмәй ауыл советтары командалары яуланы.


Вернуться назад