Электр энергияһы ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндергән Бүздәк клиент офисы өр-яңы бинаға күсте. Элек ул ауыл ситендә урынлашҡанға күрә өлкәндәргә йөрөү өсөн уңайһыҙлыҡ тыуҙыра ине.
Яңы офис күҙ асып йомған арала төҙөлөп тә бөттө. Уның ауыл уртаһында, тәьмин итеүсе ойошмалар тупланған ерҙә урынлашыуы халыҡта ҙур ҡәнәғәтләнеү тыуҙырҙы. Район хакимиәте лә клиенттарҙы сифатлы хеҙмәтләндереү буйынса башланғыстарҙы яҡлау яғында. Хеҙмәтләндереү күләме лә ҙур — 12 мең 351 кеше һәм 310 ойошма ҡулланыусылар рәтендә. Хеҙмәтләндереү сифатының яҡшырыуы, һис һүҙһеҙ, халыҡҡа бурыстарҙы ваҡытында түләү өсөн мөмкинлекте арттырасаҡ.